КӘҪЛЕ КӨЛҺЫУ ТУПРАҠ, һыу режимының йыуынты тибында карбонатһыҙ элювиаль‑делювиаль ҡатламдарҙағы көньяҡ тайга ылыҫлы һәм ылыҫлы‑киң япраҡлы урмандарҙа формалашҡан тупраҡ тибы. Башҡортостанда К.к.т. 2 ярым тибы айырыла: кәҫле көлһыу һәм кәҫле һары көлһыу. Аҡһыл һоро урман тупрағы м‑н берлектә уртаса һәм бер аҙ көлһыу К.к.т. осрай. Тупраҡ профиле ҡалынлығы 40—50 см. Тупраҡ профилендә — серетмә‑элювиаль (ҡалынлығы 10—20 см), уның аҫтында — көлһыу (10—15 см), аҫтараҡ иллювиаль (40—50 см) горизонттар бүленә. Механик составы б‑са ауыр ҡомло балсыҡлы, һирәгерәк еңел ҡомло балсыҡлы һәм балсыҡлы ҡомло, аҙ структураланған була, күләм ауырлығы 1,15—1,2 г/см3; составында (%): дөйөм серетмә 2,0—3,0, азот 0,14—0,15, фосфор 0,2—0,3, калий 1,2—1,4; 100 г тупраҡта хәрәкәтсән минераль азот 5—6 мг, хәрәкәтсән калий 2—3, фосфор 3—5 мг/100 г; рН 4,2—5,6; һеңдерелгән нигеҙҙәр суммаһы 100 г тупраҡта 15—20 мг‑экв. Респ. К.к.т. дөйөм майҙаны яҡынса 387,8 мең га тәшкил итә, ш. иҫ. һөрөнтө ер — 11 мең га (2011). К.к.т. төньяҡ урман‑дала зонаһында һәм төньяҡ- көнсығыш урман‑дала зонаһында, Өфө яйлаһы, Беүә һәм Тере Танып йй. араһы сиктәрендә, Ағиҙел й. түбәнге ағымының боронғо киртләстәрендә, Беүә һәм Беҙ йй. араһында таралған. К.к.т. иген, мал аҙығы һ.б. культураларҙы үҫтереү өсөн файҙаланыла. Тупраҡтың уңдырышлылығын күтәреү б‑са төп саралар — тупраҡҡа эзбиз индереү, һыу эрозияһы м‑н көрәш.

Әҙәб.: Богомолов Д.В. Почвы Башкирской АССР. М., 1954.

Ф.Х.Хәзиев

Тәрж. Г.А.Миһранова