КӘРЛӘС (Sedum), ҡалынъяпраҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың башлыса субтропик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда зәһәр К. үҫә. Йәйелеүсән тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы күтәрелеүсән йәки түшәлеүсән, бейеклеге 5—10 см. Япрағы итләс, йомортҡа формаһында, тупаҡ, ҡатлы‑ҡатлы урынлашҡан. Сәскәһе алтынһыу‑һары төҫтә, дөрөҫ төҙөлөшлө, сәскә эргәлеге 2, сәскәлеге — ярым сатыр тәшкил иткән 3—5 башаҡҡа оҡшаш ботаҡ. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше күп япраҡтан тора, июль—авг. өлгөрә. Ҡоро, бигерәк тә ҡомло, ташлы һәм һыубаҫар болондарҙа үҫә, башлыса БР‑ҙың төньяҡ өлөшөндә (Балаҡатай, Дыуан, Краснокама, Яңауыл һ.б. р‑ндар) осрай. Декоратив, баллы, ағыулы үҫемлек. Халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Текст на русском языке