Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/K/KOROLEK.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/K/KOROLEK.jpg'

КӘРЛӘ ТУРҒАЙ (Regulus regulus), турғай һымаҡтар отрядының кәрлә турғайҙар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла һәм Төньяҡ Америкала таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 9—11 см, ауырлығы 4—8 г. Ҡауырһын ҡапламы өҫ яҡтан һарғылт йәшел, аҫ яҡтан аҡһыл һоро. Башы ҙур, түбәһендә ян-яҡтан ҡара төҫтәге ҡайма м‑н уратылған буй һыҙат (ата ҡоштарҙа — ҡыҙғылт һары, инә ҡоштарҙа һары төҫтә) бар. Ҡанаты ҡыҫҡа, тар, 2 асыҡ төҫтәге арҡыры һыҙатлы. Ҡойроғо ҡыҫҡа. Моногам. Ояһы (диам. 8—10 см) элмәле, йомро формала, нәҙек ботаҡтарҙан ылыҫлы ағаста (6—8 м бейеклектә) ҡора; ояһын мүк, лишайниктар м‑н тышлай, эсенә мамыҡ, йөн, ҡауырһын, ҡайын туҙы түшәй. 6—12 (йышыраҡ 8—10) асыҡ көрән таплы аҡ йомортҡа һала. Инә ҡош 14—17 көн баҫа. Көндөҙгө ҡош. Бөжәктәр, үрмәкселәр, ылыҫлы ағастарҙың орлоҡтары м‑н туҡлана. Ҡатнаш һәм шыршы урмандарында тереклек итә. БР‑ҙа урман һәм урман-дала зоналарында осрай.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке