КӘРИМСКИЙ Әнүр Муса улы [27.9.1932, БАССР‑ҙың Мораҡ р‑ны Мораҡ а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 8.10.1993, Мәскәү], философ. Филос. ф. д‑ры (1983), проф. (1984). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1955) Мәғариф, юғары мәктәп һәм ғилми учреждениелар хеҙм‑рҙәре профсоюзы ҮК‑нда эшләй. 1967—93 йй. МДУ‑ла уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре Америка һәм немец философияһы тарихына, кеше, соц. ваҡыт, тарих философияһы проблемаларына арналған.

Хеҙм.: Проблема гуманизма в современной американской философии. М., 1978; Социальный биологизм: природа и идеологическая направленность. М., 1984; Философия истории Гегеля. М., 1988.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке