КӘРИМОВА Роза Шәйхетдин ҡыҙы (7.11.1935, БАССР‑ҙың Нуриман р‑ны Иҫке Күл а.), актриса. РСФСР‑ҙың атҡ. (1985), БАССР‑ҙың халыҡ (1977) һәм атҡ. (1972) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1961). ГИТИС‑ты тамамлағандан һуң (1959; Б.В.Бибиков һәм О.И.Пыжова курсы) БАДТ, 1989—95 йй. БР Милли Йәштәр театры актрисаһы. Башҡорт драма театрында актриса лирик‑драматик, комик‑сатирик ролдәрҙе лә берҙәй уңышлы башҡара: Люся (“Эҙләнеү йылдары” – “Годы странствий”, А.Н.Арбузов; дебют, 1959), Ғилминур (“Әсәләр көтәләр улдарын”, Ә.М.Мирзаһитов), Хәҙисә (“Ҡыҙыл паша”, Н.Асанбаев), Бимаза (“Диктаторға ат бирегеҙ!”, М.Кәрим); Милли Йәштәр театрында — Палапан (“Иҙеүкәй менән Мораҙым”, М.А.Буранғолов), Кукушкина (“Төшөмлө урын” – “Доходное место”, А.Н.Островский), Макпал (“Мөхәббәт тураһында легенда” – “Легенда о любви”, Г.М.Мусрепов). Актрисаның таланты классик репертуар ролдәрендә айырыуса тулы асыла: Джульетта (“Ромео һәм Джульетта” – “Ромео и Джульетта”, У.Шекспир), Нина Заречная (“Аҡсарлаҡ” – “Чайка”, А.П.Чехов), Надежда Коломийцева (“Һуңғылар” – “Последние”, М.Горький) һ.б.

З.В.Сәйфуллина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке