КӘРИМОВА Рәсимә Сәғит ҡыҙы (12.3.1939, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Туңғатар а. — 21.6.2017, Өфө), диктор. РСФСР‑ҙың (1984), БАССР‑ҙың (1974) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. В.С.Кәримовтың һеңлеһе. БДУ‑ны тамамлаған (1962). 1959—99 йй. “Башҡортостан” ТРК дикторы. Башҡ. ТВ‑ның беренсе дикторы. “Панорама” мәғлүмәт, “Яңы йыл уттары”, “Биш йыллыҡ аҙымдары” мәғлүмәт‑күңел асыу, “Сәнғәт әһелдәре” әҙәби‑муз., “Йыл миҙгелдәре” (“Времена года”), “Беҙҙең замандаш” (“Наш современник”) әҙәби‑нәфис һ.б. тапшырыуҙар, байрам демонстрацияларынан репортаждар; 60—70‑се йй. Үҙәк ТВ‑ла Башҡортостан т‑да “Республика көнөнә” (“Ко дню республики”) программаһын алып барған. “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. м‑н бүләкләнгән (2014).

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке