КӘРИМОВА Роза Әхмәт ҡыҙы (6.8.1935, Ҡазан), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1993), проф. (1997). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1958) шунда уҡ, 1967 й. алып Петрозаводск ун‑тында эшләй; 1968 й. башлап БДУ‑ла уҡыта. 2014 й. алып БДУ-ла проф.-консультант. Фәнни тикшеренеүҙәренең төп йүнәлеше — телде һәм телмәрҙе функциональ‑коммуникатив тасуирлау: дискурсты анализлау, хәҙ. урыҫ теле материалында текстың синтаксик-семантик ойошоуын һәм типологияһын асыҡлау. Байтаҡ хеҙмәттәре урыҫ әҙәби теле лексикаһы һәм семантикаһының тарихи үҫешенә арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Семантико‑структурная организация текста (на материале устных спонтанных и письменных текстов). Уфа, 1991.

В.Л.Ибраһимова

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке