КӘРИМОВА Ләлә Фазыл ҡыҙы [5.4.1926, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Түб. Ҡарғауыл а. (БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны) — 21.5.2011, С.‑Петербург, Өфөлә ерләнгән], табип‑ортопед. Мед. ф. д‑ры (1983). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1978), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1975). М.Ф.Кәримовтың, З.Ф.Кәримовтың апаһы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1948) Малаяҙ район дауаханаһында (Салауат р‑ны) эшләй, 1953 й. алып Г.И.Турнер ис. Балалар ортопедия ҒТИ‑нда (С.‑Петербург): 1963 й. башлап төп ғилми хеҙм‑р. Фәнни эшмәкәрлеге балалар ортопедияһы проблемаларына арналған. К. тарафынан сираҡ һөйәктәренең үҫеш кәмселектәре классификацияһы, сираҡ һөйәктәре һәм янбаш‑бот быуынының тыумыштан булған патологияһы ваҡытында реконструктив‑пластик операциялар методикаһы, тергеҙеү һәм резидуаль осорҙарҙа полиомиелитты дауалау ысулдары эшләнә, улар РФ‑та, Германияла һәм Кувейтта дауалау практикаһына индерелә. 140‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 35 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Врождённые пороки развития костей голени у детей. СПб., 2012 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке