АЛМАЕВ Рафаил Хәтмулла улы (26.3.1946, Анжеро‑Судженск ҡ. — 6.5.2008, Өфө), инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (1994), проф. (2000). БР-ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1998). ӨНИ-не тамамлағандан һуң (1970) шунда уҡ эшләгән. 1977 й. алып (өҙөклөк м-н) Башҡ-н нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект ин‑тында: 1986—92 йй. лаб. мөдире, 1996 й. башлап бүлек мөдире. 1992—96 йй. “Союзнефтеотдача” ҒПБ-ның (Өфө) бүлек мөдире. Фәнни хеҙмәттәре нефть ҡатламы физикаһы, физик-химик гидродинамика проблемаларына арналған. А., комплекслы тәьҫирле һыу айырыусы материалдар файҙаланып, ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыуҙың яңы ысулдарын эшләй, улар БР‑ҙың (Арлан, Туймазы, Шкапов һ.б.) һәм Көнб. Себерҙең юғары кимәлдә һыу йыйылған 9 нефть ятҡылығында үҙләштерелгән. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 60 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Применение водоизолирующих материалов на обводнённых месторождениях Шаимского района. М., 1995 (авторҙ.); Методы извлечения остаточной нефти на месторождениях Башкортостана. Уфа, 1997 (авторҙ.).

Е.В.Лозин, Э.М.Юлбарисов

Тәрж.Ғ.Ғ.Бикбаева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.