КӘРИМОВ Юнир Абдулхай улы [29.11.1932, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Йәнырыҫ а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны)], педагог. РСФСР (1980) һәм БАССР (1971) мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы, РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1964). Стәрлетамаҡ уҡытыусылар ин‑тын (1953), Ырымбур пед. ин‑тын (1962) тамамлаған. 1953 й. алып Ишембай р‑нының Урман-Бишҡаҙаҡ тулы булмаған урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1958 й. башлап Ишәй тулы булмаған урта мәктәбе дир., 1965—2000 йй. Стәрлетамаҡ р‑ны халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Текст на русском языке