КӘРИМОВ Фоат Әхмәт улы (2.7.1946, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Бик‑Ҡарамалы а.), ветеринар врач. Ветеринария ф. д‑ры (2005). РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2010). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1969) Дәүләкән р‑нының Александровка ветеринария участкаһы ветеринар врачы. 1971 й. алып (өҙөклөк м‑н) БДАУ‑ҙа эшләй: 1988—92 йй. һәм 1997 й. башлап ветеринария ф‑ты деканы урынбаҫары, 2001—03 йй. өлкән ғилми хеҙм‑р. 1981—84 йй. Ҡабул Юғары а.х. ин‑тында (Афғанстан) уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге һөйәктәрҙең морфофункциональ торошон, фасциолёз булғанда һыйыр малы һәм ваҡ малдың аш һеңдереү ағзаларындағы, бауырындағы, бөйөрҙәрендәге структур үҙгәрештәрҙе һәм матдәләр алмашыныуы боҙолоуын өйрәнеүгә арналған. К. ҡатнашлығында һыйыр малының органик булмаған матдәләр алмашыныуы боҙолоуын диагностикалау һәм иҫкәртеү б‑са тәҡдимдәр эшләнә һәм улар БР‑ҙың дауалау практикаһына индерелә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Нервная, сердечно-сосудистая и эндокринная системы сельскохозяйственных животных: учеб.‑метод. пособие. Уфа, 2007 (авторҙ.); Инфекционные и инвазионные болезни крупного рогатого скота. Уфа, 2008 (авторҙ.); Анатомия и основы физиологии рыб: учеб. пособие. Уфа, 2010 (авторҙ.).

У.Ғ.Ҡадиров

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке