КӨНЬЯҠ ИҠТИСАДИ ТӨБӘК, Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы, Ғафури, Ейәнсура, Ишембай, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Фёдоровка административ райондарын, Ишембай, Күмертау, Мәләүез, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡҡ. берләштерә. Төбәктең майҙаны 27234 км2 (БР майҙанының 19,0%‑ы). 2008 й. халыҡ һаны 911,0 мең кеше (БР халҡы һанының 22,4%‑ы), 1990—2002 йй. халыҡ һаны 3,7%‑ҡа артҡан (БР б‑са — 4,1%‑ҡа). Стәрлетамаҡ‑Салауат сәнәғәт узелы төбәк сәнәғәтенең тармаҡ структураһын һәм производствоһын махсуслаштырыуҙы билдәләй. Бында БР иҡт. потенциалының 26,0%‑ы тупланған, респ. сәнәғәт продукцияһының 31,7%‑ы етештерелә (иҡт. төбәктәр араһында сәнәғәт етештереүҙе үҫтереү кимәле б‑са 2‑се урынды биләй; ҡара: табл.): яғыулыҡ сәнәғәте өлөшө — 36,4%, химия сәнәғәте — 35,6, машиналар эшләү һәм металл эшкәртеү — 10,4, аҙыҡ‑түлек сәнәғәте — 7,0, ағас эшкәртеү сәнәғәте — 2,4, төҙөлөш материалдары сәнәғәте 2,0% тәшкил итә. А.х. файҙаланылған ауыл хужалығы ерҙәре һәм һөрөнтө ерҙәр (БР б‑са %‑тарҙа) —21,0 һәм 15,2; һыйыр малы — 26,4, йылҡы — 22,7, сусҡа — 50,9, һарыҡ һәм кәзәләр 30,7% тәшкил итә. Дөйөм респ. а.х. продукцияһы күләменең 22,0%‑ы етештерелә: иген — 27,4%, картуф — 40,0, асыҡ грунттағы йәшелсә — 26,4, һөт — 29,2, йомортҡа — 15,3%. Мал һәм ҡош итен һатыу респ. һатылғандың 24,4%‑ын тәшкил итә. Автомобиль юлдарының оҙонлоғо 1624,9 км (дөйөм респ. күләменең 22,5%‑ы, БР б‑са 1‑се урын). Төбәк өлөшөнә респ. торлаҡ фондының 23,7%‑ы тура килә.

Әҙәб.: Исянбаев М.Н. Экономические подрайоны Республики Башкортостан: приоритетные направления социально-экономического развития. Уфа, 2008.

М.Н.Иҫәнбаев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

БР‑ҙың Көньяҡ иҡтисади

төбәктең иҡтисади күрһәткестәре (2008)

Административ-территориаль берәмектәр

Төп фондтар*, млн һум

Торлаҡты сафҡа индереү**, дөйөм майҙандың м2

Оҙатылған тауар, эшләнгән эш һәм хеҙмәттәр күләме***, млн һум

А.х. производствоһы****, млн һум

Райондар

 

 

 

 

Ауырғазы

2752,6

20600

602

1507,5

Ғафури

2204,3

11701

969,4

284,0

Ейәнсура

1456,3

11786

342,3

420,0

Ишембай

5555,6

43906

5955

220,4

ш. иҫ. Ишембай ҡ.

4055,5

19198

5456,9

11,4

Күгәрсен

2667,6

18925

257,7

514,7

Көйөргәҙе

1030,9

7363

605,2

734.6

Мәләүез

8387,7

46507

6518,8

1454,4

ш. иҫ. Мәләүез ҡ.

5219,9

30330

5804,9

8,4

Стәрлебаш

1104.5

14000

171,2

513,7

Стәрлетамаҡ

3745,1

28035

2344.3

3023,5

Федоровка

995,0

12220

156,6

783,1

Ҡалалар

 

 

 

 

Күмертау

4139,3

12541

4165,7

47,1

Салауат

42607,0

56341

121996,9

25,8

Стәрлетамаҡ

41172.5

130022

58414,4

27,2

Бөтәһе

117818,4

 

413947

 

213761,6

 

9556,5

 

БР б-са бөтәһе

1326927,0

2351750

1010990

38650,4

 

* 1.1.2008 й. ҡарата төп фондтарҙың граждандар мөлкәтендә булған һәм “Газпром” ААЙ-ның төп фондтарынан тыш тулы иҫәп хаҡы.

** Финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә.

*** Иҡтисади эшмәкәрлектең бөтә төрҙәре б‑са.

**** А.х. пр‑тиелары б‑са.