“КУЮРГАЗА” (“Көйөргәҙе”), ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Көйөргәҙе” гәзите редакцияһы” ҡаҙна пр‑тиеһы. Көйөргәҙе р‑нының Ермолаевка а. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1935 й. алып Ермолаевка а. башҡ. телендә “Ленин байрағы” (1962 й. тиклем) һәм урыҫ телдәрендә “Большевик” (1953 й. тиклем), “Знамя победы” (“Еңеү байрағы”; 1957 й. тиклем), “Ленинское знамя” (“Ленин байрағы”; 1962 й. тиклем) исемдәре м‑н нәшер ителә; 1965 й. райондың адм. үҙәген Күмертау ҡ. күсереүгә бәйле, “Путь Ильича” (“Ильич юлы”; ҡара: “Кумертауское время”) гәз. м‑н берләштерелә, 1997 й. алып урыҫ телендә “К.” һәм башҡ. телендә “Көйөргәҙе” исеме м‑н үҙ аллы гәзит булараҡ сығарыла; 2005 й. башҡ. телендәге гәзит айырылып сыҡҡандан һуң (ҡара: “Юшатыр”), урыҫ телендә генә сыға. 1962—65 йй. нәшер ителмәй.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке