КОНДРАТЬЕВ Михаил Леонидович (24.12.1905, Пермь ҡ. — 18.9.1984, Өфө), актёр. РСФСР‑ҙың (1957), БАССР‑ҙың халыҡ (1955) һәм атҡ. (1949) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1937). А.В.Луначарский ис. Ҙур драма театры эргәһендәге театр студияһын тамамлағандан һуң (Ҡазан, 1927) Ҡазан, Түб. Новгород, Смоленск, Тула һ.б. ҡалаларҙа эшләй. 1940—43 йй. һәм 1947 й. алып Респ. урыҫ драма театры (Өфө) актёры, бер үк ваҡытта Башҡ. театр‑художество уч‑щеһында, ӨДСИ‑лә (70‑се йй.) уҡыта. Актёрҙың ижад нигеҙен соц. йүнәлештәге, көслө ижт.‑сәйәси яңғырашлы образдар тәшкил итә: Синцов (“Дошмандар” — “Враги”, М.Горький), Телегин (“Ыҙа сигеү” — “Хождение по мукам”, А.Н.Толстойҙың ш. уҡ исемле романы б‑са), Сағанбай (“Иртәнге йондоҙ” — “Утренняя звезда”, Ҡ.Даяндың “Таңсулпан” пьесаһы б‑са). Үҙенсәлекле, баҙыҡ образдарҙы ышандырырлыҡ итеп ижад итеүе классик драматургия ролдәрендә асыҡ сағыла: Яго (“Отелло”, У.Шекспир), Дикой (“Йәшен” — Гроза”, А.Н.Островский), Казарин (“Маскарад”, М.Ю.Лермонтов) һ.б. Урыҫ драма театры сәхнәһендә А.Мовзондың “Бер күк йөҙө аҫтында” (“Под одним небом”, 1962), А. һәм П. Турҙың “Берҙән-бер шаһит” (“Единственный свидетель”, 1971), Б.Л.Васильевтың “Иң һуңғы көн” (“Самый последний день”) повесы б‑са ш. уҡ исемле (1972) спектаклдәрен ҡуя. Байтаҡ совет кинофильмдарында В.И.Ленин образын кәүҙәләндерә: “Нәфрәтле әсе елдәр” (“Вихри враждебные”, “Мосфильм” к/ст, 1956), “Улар беренселәр ине” (“Они были первыми”, М.Горький ис. к/ст, 1956), “Ленин күрһәткән юлдан” (“По путёвке Ленина”, “Үзбекфильм” к/ст, 1958) һ.б. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1955).

Әҙәб.: Волков-Кривуша С. Русский театр драмы в Уфе: ист. очерк. Уфа, 1959.

Т.П.Абросимова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Илл.: М.Л.Кондратьев Щукарь ролендә (“Күтәрелгән сиҙәм”, М.А.Шолоховтың ш. уҡ исемле романы б‑са)

Текст на русском языке