КОНДРАТЕНКО Римма Миңлебай ҡыҙы (1.2.1951, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Стәрлетамаҡ с‑зының Үҙәк усадьбаһы ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ районы Октябрьский а.), химик. Химия ф. д‑ры (2006). БДУ‑ны тамамлаған (1973). 1974 й. алып БДМУ‑ла эшләй. Фәнни хеҙмәттәре тритерпеноидтар һәм гликозидтар химияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. К. ҡатнашлығында глицирризин кислотаһы (татлы тамырҙың төп компоненттарының береһе) нигеҙендә шешеүгә, сей яраға һәм вирусҡа ҡаршы матдәләр синтезлана. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, 17 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Солодка: биоразнообразие, химия, применение в медицине. Новосибирск, 2007 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018