КОНДИТЕР СӘНӘҒӘТЕ, аҙыҡ-тәм сәнәғәте тармағы, шәкәрле (кәнфит, шоколад, мармелад, хәлүә һ.б.) һәм ҡамырҙан (печенье, торт, кекс, рулет һ.б.) кондитер изделиелары етештерә. Башҡортостанда 19 б. 2‑се ярт. үҫешә башлай, 1882 й. Өфө губ. 2 патока, 6 перәник һәм 1 керәндил ярым һөнәрселек биналары эшләй. 20 б. башына тиклем ваҡ һөнәрселек пр‑тиелары өҫтөнлөк итә, 1905 й. Өфөлә бер ҙур “Берштейн кондитер фабрикаһы” пр‑тиеһы эшләй (139 кеше). Респ. тармаҡтың хәҙ. структураһы 20 б. формалаша, Өфө кондитер ф‑каһы (ҡара: “Өфө”), 1‑се Өфө кондитер ф‑каһы (ҡара: “Конди”) төҙөлә, аҙыҡ-түлек һәм икмәк комб‑ттарында кондитер производстволары асыла. 2004 й. тармаҡ 55 пр‑тие һәм производствонан тора. Аҙыҡ-тәм сәнәғәте етештереү күләменең 3,3%‑ы, 1 меңдән ашыу хеҙм‑ре К.с. өлөшөнә тура килә. Кондитер изделиелары етештереү (мең т): 1949 й. — 6,7; 1960 — 17,9; 1980 — 52,6; 2000 — 22,2; 2004 — 20,1; 2011 — 19,8. Продукцияһы БР-ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла.

И.В.Гурьянова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке