КОНДЕНСИРЛАНҒАН АРОМАТИК БЕРЛӘШМӘЛӘР, молекулалары үҙ-ара тәьҫир итешеүсе бәйләнештәрҙең берҙәм системаһы булған 2 һәм унан күберәк быуынланған планар циклдан торған тәбиғи һәм синтетик органик берләшмәләр. Полициклик К.а.б. бер төрлө йәки төрлө карбо‑ (нафталин, пирен, азулен) һәм гетероциклдары (пиридопиридин, пурин) булыуы мөмкин. К.а.б. молекулалары өсөн циклдар быуынланыуының түбәндәге 3 төрө билдәле: һыҙыҡлы (антрацен), ангуляр (фенантрен) һәм өс цикл өсөн уртаҡ углерод атомдары булыуы м‑н айырылып торған пери‑быуынланыу (пирен). К.а.б. 6 быуынлы цикллы м‑н бер рәттән 4 һәм 5 быуынлы цикллы органик берләшмәләрҙе (инден, флуорен һ.б), ш. уҡ уларҙың төрлө сығарылмаларын индерәләр. К.а.б. асфальтендар, пектар, нефть һәм һәүерташ майҙары, нефть ыҫмалалары, таш күмер ыҫмалаларының, ҡоромдоң составына инә. К.а.б. күбеһе — ҡаты матдәләр; органик эреткестәрҙә яҡшы, һыуҙа насар эрейҙәр. Ароматик берләшмәләргә хас булған реакцияларға инәләр. Ҡайһы бер К.а.б. канцероген үҙенсәлектәргә эйә (ҡара: Канцерогендар). К.а.б. йыш ҡына хлорорганик берләшмәләрҙе синтезлауҙың эйәрсән продукты булып торалар (ҡара: Диоксиндар). Башҡорт дәүләт университетында (Р.М.Бәширова, И.Й.Усманов) составында азулен булған азия меңъяпрағын тикшереү үткәрелә. Шулай уҡ ҡара: Антропоген ташландыҡтар, Бензпирен, Сәнәғәт ҡалдыҡтары.

Әҙәб.: Клар Э. Полициклические углеводороды: в 2 т. М., 1971; Химия нефти. Л., 1984; Тысячелистник азиатский Achillea asiatica Serg. в Зауралье. Уфа, 2003.

В.Н.Одиноков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.