КӘРИМОВ Нәзиф Хәниф улы [12.10.1931, БАССР‑ҙың Баҡалы р‑ны Ерекле а. (БР‑ҙың Шаран р‑ны) — 16.1.2005, Өфө], тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1986), проф. (1992). Почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (1980), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1984). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1953) “Актюбнефть” тресында, 1962 й. алып Ҡаҙаҡ ғилми‑тикшеренеү геол. разведка нефть ин‑тының Аҡтүбә бүлегендә эшләй. 1988 й. башлап ӨДНТУ эргәһендәге “Азимут” ҒПП‑нда бүлек начальнигы. Фәнни эшмәкәрлеге тампонаж материалдар, уларҙы сәнәғәт ҡалдыҡтарынан алыу технологияларын эшләүгә арналған. К. асыштары нигеҙендә Аҡтүбә ҡ. ҡатмарлы геол. шарттарҙа нефть һәм газ скважиналарын нығытыу өсөн махсус цементтар дезинтеграциялау цехы төҙөлә. К. тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәләре үтә тәрән (Кольский, Кривой Рог) һәм юғары т‑ралағы (Никарагуа, Эфиопия) скважиналарҙы нығытыу өсөн файҙаланыла. 180‑дән ашыу фәнни хеҙмәт, 80 уйлап табыу авторы. Ҡаҙаҡ ССР‑ының Дәүләт пр. лауреаты (1980). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1974).

Хеҙм.: Тампонажные смеси для скважин с аномальными пластовыми давлениями. М., 1977 (авторҙ.); Повышение долговечности тампонажного камня в агрессивных флюидах нефтяных и газовых скважин. Самара, 1998 (авторҙ.); Применение дезинтеграторной технологии в нефтегазовой промышленности. Самара, 1998 (авторҙ.).

Ф.Ә.Әғзәмов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке