КОНДАКОВ Дмитрий Иванович (8.4.1933, БАССР‑ҙың Черниковка эшселәр ҡсб, хәҙ. Өфө эсендә, — 7.4.2001, Мәскәү), инженер‑технолог. Техник ф. канд. (1975). СССР‑ҙың почётлы нефтехимигы (1983), СССР-ҙың Нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте министрлығы отличнигы (1967). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1955) Яңы Өфө НЭЗ‑ында, 1962 й. алып “Башнефтехимзаводы” берекмәһендә: етештереү‑техник бүлеге нач., 1963 й. — баш технолог, 1964 й. — баш инженер. 1976 й. башлап СССР МС‑ының Дәүләт план ком‑тында нефть һәм газ сәнәғәте бүлеге нач. урынбаҫары, 1992—98 йй. РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының Нефть эшкәртеү департаменты нач. урынбаҫары. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть дистилляттарының көкөрторганик берләшмәләре химияһын өйрәнеү, алынған продукттарҙы комплекслы файҙаланыу маҡсатында нефть эшкәртеүҙә көкөрт кислотаһы ҡалдыҡтарын утилләштереү ысулдарын эшләү һәм ҡулланыуға индереү, ароматик углеводородтарҙы таҙартыу, юғары октанлы бензин, юғары сифатлы кокс алыу м‑н бәйле. 15‑кә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 12 уйлап табыу авторы. БАССР ЮС‑ының 9‑сы саҡырылыш депутаты. Ленин (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Что дал башкирский эксперимент. М., 1974 (авторҙ.).

Н.К.Ляпина

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.