КОНГРЕССХОЛЛ, архитектура комплексы. Өфөлә урынлашҡан. 2007 й. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыл тулыуына әҙерләнгән ваҡытта Р.У.Муллагилдин (“RAUM Architects” ЯСЙ) һәм Киоказу Араи (“Arai Architects”) проекты б‑са төҙөлә. Ижт., сәйәси, эш килешеүҙәрен, фәнни һәм тамаша‑күңел асыу сараларын үткәреү өсөн тәғәйенләнгән. К.‑х. 4 кимәлле ҡатмарлы конфигурациялы, фасады быяла рәүешендәге бина, төньяҡ өлөшө башҡ. орнаменты м‑н биҙәлгән, көньяҡ өлөшө Ағиҙел й. һәм парк зонаһына ҡарай. Комплекстың образлы архитектур ҡоролошо, төп планлаштырыу идеяһы һәм эске биналарын урынлаштырыу концепцияһы символдарға ҡоролған, уларҙа башҡорттарҙың күп быуатлыҡ матди һәм рухи традициялары сағыла. К.‑х. бинаһында музей‑күргәҙмә комплексы, сауҙа үҙәктәре һәм галерея, ҡышҡы баҡса, универсаль зал, милли аш‑һыу рестораны, барҙар, кафелар, 2 конференц‑зал (бәләкәй һәм овал түңәрәк), офис бүлмәләре, ер аҫтында машиналар ҡуйыу урыны һ.б. бар. К.‑х. Салауат Юлаев һәйкәле янында урынлашҡан, парк зонаһы фонтандар комплексы һәм күп кимәлле ял итеү аллеялары, газондар м‑н биҙәлгән, ылыҫлы һәм япраҡлы ағастар ултыртылған.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке