КӘРИМОВ Нәбиулла Ғимаҙелислам улы (15.9.1887, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Сәлих а., хәҙ. БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Күгәрсен а., — 10.10.1971, шунда уҡ), педагог. РСФСР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1949). Ырымбур губ. Орск өйәҙенең Түб. Себенле а. мәҙрәсәһен тамамлаған, Орск һәм Ырымбур ҡҡ. пед. курстарында уҡыған. 1908 й. алып мәғрифәтселек эшмәкәрлеге м‑н шөғөлләнә. 1911—54 йй. тыуған ауылының тулы булмаған урта мәктәбендә эшләй (1936 й. тиклем дир.). Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1949). К. исеме ул нигеҙ һалған Күгәрсен урта мәктәбенә бирелгән (2001).

М.Н.Кәримов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке