АЛМАҒАС (Malus), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 25—30 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә, башлыса Урта һәм Көнсығыш Азияла, Кавказда таралған.

Башҡортостанда урман А. үҫә. 5—10 м бейеклектәге япраҡ ҡойоусы ағас. Сатыры тармаҡлы, олоно аҡһыл һоро йәки көлһыу ҡайырлы. Бер йыллыҡ үрендеһе һарғылт йәшел йәки ҡараһыу көрән, ҡыҫҡа. Япрағы ҡыҫҡа һаплы, йомортҡа йәки эллипс рәүешендә, сите бысҡы һымаҡ тешле йәки тигеҙ киртләсле. Аҡ йәки алһыу сәскәһе ҡыҫҡа үренделә, ҡалҡанға 3—5‑әр йыйылған. Майҙың 2‑се ярт. сәскә ата. Емеше — алма, диам. 2—3 см, ҡойолмаусы каса япраҡлы, авг. аҙағында—сент. өлгөрә. Киң япраҡлы урманда, урман ситендә, аҡланда үҫә, һирәкләп Баҡалы, Дүртөйлө, Күгәрсен, Ҡариҙел һәм Өфө р‑ндарында осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән. Культурала баҡса А. (3—6 м бейеклектәге ағас, емештәренең ауырлығы 60—180 г) таралған. Емештәре составында (%): фруктоза 6,5—11,8, глюкоза 2,5—5,5, сахароза 1—5,3, органик (алма, лимон) кислоталар 0,2—1,6, С витамины 5—30 мг%, пектин, дуплау матдәләре һ.б. Тиҙ емеш биреүсе, яҡтылыҡ һәм дым яратыусы, ҡышҡа сыҙамлы, тупраҡҡа аҙ талапсан үҫемлек. Өлгөрөү ваҡыты б­‑са йәйге (Грушовка московская, Солнцедар һ.б.), көҙгө (Башкирский изумруд, Бузовьязовское, Кушнаренковское осеннее һ.б.) һәм ҡышҡы (Антоновка обыкновенная, Башкирский красавец, Башкирское зимнее, Бельфлёр Башкирский һ.б.) сорттарға бүленә; емеш бирә башлау ваҡыты б‑са — тиҙ емеш биреүсе (Башкирский изумруд, Уральское наливное һ.б.; 3—4‑се йылына емеш бирә), һуң емеш биреүсе (Антоновка обыкновенная, Боровинка, Грушовка московская; 8—9‑сы йылына). А. ялғау юлы м‑н үрсетелә. Ялғанмыш сифатында урындағы сорт (Башкирский красавец, Сеянец Титовки, Терентьевка һ.б.) сәсмәлектәре һәм клонлы тәпәш ялғанмыштар (кәрлә һәм ярым кәрлә) ҡулланыла. Бөрөләре асылғанға тиклем һәм окт. тәүге декадаһынан һуңламай ултыртыла. Вегетация осоро — апр. аҙағы — окт. башы. Көнсығыш, төньяҡ-көнсығыш, төньяҡ-көнбайыш экспозицияның ҡалҡыу урындарында үҫтерелә; бейек (орлоҡ) ялғанмыштарҙың рәт араһы 5 м, ағастар араһы 3—4 м; клонлы ялғанмыштарҙа — ярашлы рәүештә 4—4,5 һәм 1,5—2. Емеш биреүсе баҡсала рәттәр араһы ҡара пар (2 йыл һайын сидератлы м‑н сиратлап) аҫтында тотола. Башкирский изумруд сорты А. уртаса уңдырышлылығы 165 ц/га тәшкил итә, макс. — 530 ц/га; Башкирское зимнее — ярашлы рәүештә 140 һәм 280 (Кушнаренко емеш-еләк культуралары селекцияһы үҙәге, 2001—08). Емештәре яңы йыйылған һәм эшкәртелгән килеш ҡулланыла. А. селекцияһы, яңы сорттарын һынау һәм зона агротехникаһын камиллаштырыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 30‑сы йй. алып Кушнаренко емеш-еләк культуралары селекцияһы үҙәгендә (Р.И.Болотина, Т.Г.Дёмина, Г.Ә.Мансуров, Х.Н.Фазлиәхмәтов һ.б.) алып барыла. Бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә. БР б‑са ҡулланылышҡа Башкирский изумруд, Башкирский красавец, Башкирское зимнее, Бельфлёр Башкирский, Бузовьязовское, Буляк, Пепин Башкирский, Сеянец Титовки һ.б. индерелгән.

Г.Ә.Мансуров, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

 

 

рәүешендә