КОНГЛОМЕРАТ (лат. conglomeratus — тығыҙ), ултырма тау тоҡомо. Цементланған, әүәләнгән киҫәктәрҙән (ҡырсынташтарҙан) тора, уларҙың үлсәме диам. 10 мм артыҡ. Структураһы псефитлы, текстураһы тарҡау йәки тупаҫ ҡатламлы. Төрлө төҫмөрлө, сыбар. К. м‑н һибелмә ятҡылыҡтар бәйле. БР‑ҙа К. ҡатламдары Башҡорт мегантиклинорийында рифейҙың әй, машаҡ свиталары һәм вендтың әшә серияһы ултырмаларында, Уралтау зонаһы, Урал алды бөгөлөнөң әселе ярусы һәм әртә ярусы ултырмаларында осрай.

А.А.Алексеев

Тәрж. Г.М.Ғәлиева