КУШНАРЕНКО ЭЛЕВАТОРЫ, игенде эшкәртеү һәм һаҡлау пр‑тиеһы. Кушнаренко р‑ны Кушнаренко а. урынлашҡан. 1910 й. ярма з‑ды булараҡ ойошторола, 1933 й. алып Кушнаренко иген ҡабул итеү пр‑тиеһы, 2001 й. башлап К.э. — “Башхлебопродукт” ДУП‑ының бүлендек пр‑тиеһы, 2011 й. ябыла. Составына элеватор, ярма етештереү цехы, складтар һ.б. ингән. Магазины, мини‑пекарняһы һ.б. булған. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатылған.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке