КОНВЕРТ Мария Васильевна (1.8.1915, Ҡазан — 30.10.2004, Өфө), рәссам. 1939—48 йй. һәм 1958 й. алып Өфөнөң еңел сәнәғәт пр‑тиеларында эшләй, 1962 й. башлап 80‑се йй. уртаһына тиклем «“Ағиҙел” башҡорт сәнғәт әйберҙәре кәсебе» ПБ рәссамы. Респ. туҡымаға художестволы биҙәк төшөрөү б‑са тәүге оҫталарҙың береһе: батик, фотопечать техникаһында башҡарылған 500‑ҙән ашыу төрлө сәнғәт әйберҙәренең эскиздары һәм өлгөләре (алъяпҡыстар, яулыҡтар, өскөл яулыҡтар; “Башҡорт бейеүе”, “Сәй эсеү”, “Өфө” һ.б. тематик паннолар) авторы. К. байтаҡ эштәре Башҡортостан буйлап экспедицияларҙа йыйылған этнографик материалдар нигеҙендә башҡарылған, уларҙа башҡ. биҙәүҡулланма сәнғәтенең колориты һәм орнамент традициялары сағыла. “Ағиҙел” ДУП‑ы өсөн туҡыманы художестволы биҙәү б‑са 100‑ҙән ашыу оҫта әҙерләй. 60‑сы йй. уртаһынан күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Эштәре “Ағиҙел” ДУП‑ы музейы коллекцияһында һаҡлана.

Әҙәб.: Янбухтина А.Г. Башкирские сувениры=Башҡорт сувенирҙәре. Уфа, 1982.

Ф.Ф.Джакели

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.