КӘРИМОВ Марат Фазыл улы (15.10.1939, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р-ны Түб. Маншыр а.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1982), проф. (1984). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1989), СССР‑ҙың Газ сәнәғәте министрлығы отличнигы (1973). З.Ф.Кәримовтың, Л.Ф.Кәримованың ҡустыһы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1961) шунда уҡ эшләй: 1969—84 йй., 1988—93 йй. һәм 2002—04 йй. теоретик механика каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1988—93 йй. иҡтисад эштәре б‑са проректор. 1984—88 йй. Ҡабул политехник ин‑тында, 1993 й. алып берлектәге “Вьетсовпетро” пр‑тиеһының Нефть һәм газ ресурстарын үҙләштереү мәсьәләләре б‑са ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин-тында (Вьетнам) эшләй. 2004 й. башлап И.М.Губкин ис. Рәсәй милли нефть һәм газ ун‑тында (Мәскәү). Фәнни эшмәкәрлеге шыйыҡсаларҙың һәм газдарҙың физик‑химик механикаһы проблемаларын өйрәнеүгә арналған. К. тарафынан ҡатламдарҙағы һәм скважиналарҙағы дисперслы системаларҙың реологик тотороҡһоҙлоғо тикшерелә. Уның ҡатнашлығында ҡатлам‑коллекторҙарҙа ер аҫты газ һаҡлағыстарын төҙөү һәм файҙаланыу, нефтте механикалаштырылған һәм фонтан ысулдары м‑н сығарғанда күтәргестәрҙең эшләүен интенсивлаштырыу технологиялары уйлап табыла. Тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәләре БР‑ҙың, РФ‑тың башҡа төбәктәренең, БДБ илдәренең, ш. уҡ Вьетнам Соц. Респ. газ һаҡлағыстарында индерелә. 220‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 35 уйлап табыу авторы. И.М.Губкин ис. пр. (1984), Вьетнам Соц. Респ. “Vifotek” пр. (2001) лауреаты. Афғанстан Респ. Хеҙмәт Даны орд. м‑н бүләкләнгән (1989).

Хеҙм.: Эксплуатация подземных хранилищ газа. М., 1981.

А.Ғ.Латипов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке