КУШНАРЕНКО УРТА МӘКТӘБЕ №1, Кушнаренко р‑нында урынлашҡан. 1927 й. Топорнин 7 йыллыҡ мәктәбе булараҡ асыла, 1937 й. алып урта мәктәп (1938 й. — Кушнаренко), 1984 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә. Иҫке Баҫҡаҡ а. филиалы эшләй. 2 оҫтаханаһы, 2 спорт залы, уҡыу‑тәжрибә участкаһы, музейы, тиры бар. Урта мәктәпте 4,2 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2012), улар араһында Р.Х.Халиҡова; бында ш. уҡ В.Д.Паширов уҡыған. Мәктәп биләмәһендә Граждандар һуғышы батырҙарының туғандар ҡәберлеге бар, Пашировҡа һәйкәл ҡуйылған (1995).

Р.Р.Иҙрисов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке