КӘРИМОВ Марат Нәби улы (9.1.1930, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Сәлих а., хәҙ. БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Күгәрсен а.), шағир. БР‑ҙың халыҡ шағиры (2003). БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1994). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1958). Н.Ғ.Кәримовтың улы. ВЛКСМ‑дың ҮК эргәһендәге Үҙәк комсомол мәктәбен (1956), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (1961; икеһе лә — Мәскәү) тамамлаған. 1947 й. башлап Күгәрсен тулы булмаған урта мәктәбендә уҡыта, 1949 й. — ВЛКСМ‑дың Ейәнсура район ком‑тында бүлек мөдире, 1953 й. — “Ленинец” гәз., 1957— 85 йй. (өҙөклөктәр м‑н) “Һәнәк” ж. хеҙм‑ре (1964 й. тиклем бүлек мөдире, 1968—78 йй. баш мөхәррир), 1964—68 йй. “Пионер” ж. баш мөхәррире. 1986 й. алып “Башнефть” ПБ‑нда эшләй, 1988—89 йй. БАССР‑ҙың ТВ һәм радиотапшырыуҙар б‑са дәүләт ком‑ты мөхәррире, 1993—94 йй. “Гасыр” (“Ғасыр”) гәз. (Өфө) хеҙм‑ре, 1999—2004 йй. БР Яҙыусылар союзының өлкән әҙәби консультанты. “Бөрөләр” исемле тәүге китабы 1956 й. сыға. Уның шиғриәте лиризм, тәрән драматизм м‑н һуғарылған. “Ете көнөм — ете моң” (1981), “Йылмайып‑көлөп кенә” (1990), “Һин бар саҡта” (2005) һ.б. шиғри йыйынтыҡтарына ингән әҫәрҙәренә халыҡсан юмор, үткер сатира хас. “Алланың ҡашҡа тәкәһе” (1968), “Һөйгәнеңә үҙең яҙ” (1972), “Ялған һуҡмаҡ” (1987) “Әҙәм көлкөһө” (1998) һ.б. хикәйәләр йыйынтыҡтары авторы. Әҫәрҙәре болгар, ҡаҙаҡ, поляк, украин, урыҫ һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. П.Бровка, М.А.Дудин, Ю.Д.Поройков һ.б. шиғырҙарын башҡ. теленә тәржемә иткән. Ф.Кәрим ис. пр. лауреаты (2001).

Әҫәрҙ.: Ялған һуҡмаҡ: хикәйәләр. Өфө, 1987; Һайланма әҫәрҙәр: 3 томда. Өфө, 2007—2009; Весенние почки: стихи. М., 1962.

Әҙәб.: Кәрим М. Ҡәләмдәш иптәштәргә хаттар //Күтәрелгән ҡояшҡа ҡарап. Өфө, 1960; Хөсәйенов Ғ.Б. Шағирҙар. Өфө, 1981; Бикбаев Р. Йөрәктә ҡалған эҙҙәр //Ағиҙел. 2000.№1.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Илл.: М.Н.Кәримов

Текст на русском языке