КОМСОМОЛ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Ҡаран а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 20 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 53 км алыҫлыҡта Нарыҫ й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 251 кеше; 1989 — 195; 2002 — 217; 2010 — 177 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп‑балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Миәкә с‑зы ойошторолғандан һуң с‑здың 4‑се фермаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 90‑сы йй. хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке