КУШНАРЕНКО РАЙОНЫ, БР‑ҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Бөрө, көнсығышта — Благовещен, көньяҡ‑көнсығышта — Өфө, көньяҡта — Шишмә, көньяҡ‑көнбайышта — Благовар, көнбайышта — Саҡмағош, төньяҡ‑көнбайышта Дүртөйлө р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. Топорнин районы булараҡ ойошторола (ҡара: Административ район), район составына Бөрө кантоны һәм Өфө кантоны улустары инә, 1936 й. 20 мартынан хәҙ. исемен йөрөтә. 1963 й. 1 февр. бөтөрөлә, терр‑яһы Саҡмағош р‑ны составына индерелә. 1965 й. 13 ғин. яңынан ойошторола. Майҙаны — 1718 км2. Адм. үҙәге — Кушнаренко а., Өфөнән төньяҡ‑көнбайышҡа табан 60 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 62,3; 1959 — 39,6; 1989 — 28,1; 2002 — 29,3; 2010 — 27,5. Милли составы: башҡорттар — 43,3%, татарҙар — 39,7%, урыҫтар — 14,1%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 16,7 кеше/км2. Районда 12 ауыл советы, 69 ауыл торама пункты, иң ҙурҙары: Кушнаренко (9,9 мең кеше), Тарабирҙе (1,6 мең), Әхмәт (0,9 мең) ауылдары.

Район терр‑яһы Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә урынлашҡан, төньяҡ‑көнсығышында карст үҫешкән. Бөрө биләне һәм Благовещен уйпатлығы сиктәрендә ята. Район терр‑яһында кирбес‑черепица сеймалы ятҡылыҡтары: балсыҡ (Ҡормаш); ҡом‑ҡырсын ҡатнашмаһы һәм ҡом (Кушнаренко, Мадраловский, Печёнкин); нефть ятҡылыҡтары (Ҡарасайылға, Сәйет, Яңы Уҙыбаш) бар. Климаты уртаса континенталь, йылы, бер аҙ ҡоро. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы 3°С, ғин. уртаса т‑ра −14,5°С, июлдә 19°С. Абс. макс. т‑ра 40°С, абс. миним. −48,6°С. Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 450 мм, йылы осорҙа 300—350 мм. Гидрографик селтәрҙе Сәрмәсән, Ҡармасан ҡушылдыҡтары м‑н Ағиҙел й., һыубаҫар туғай күлдәре, һаҙлыҡтар (Колыбан, Лапҡан һ.б.) барлыҡҡа килтерә. Типик һәм йыуылған ҡара тупраҡ өҫтөнлөк итә, үҙәк өлөшөндә — ҡараһыу һоро урман, төньяҡта һоро урман тупрағы таралған. Ағиҙел һәм Сәрмәсән йй. үҙәндәрендә аллювиаль тупраҡ өҫтөнлөк итә. Имән, йүкә һәм һыубаҫар туғай урмандары район майҙанының 11,4%‑ын биләй. Хайуандар донъяһы урман‑дала төрҙәренән тора. Гуровка тауы — тәбиғәт ҡомартҡыһы.

2012 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 131,3 мең га (дөйөм майҙандың 78%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 97,5, сабынлыҡтар — 8,5, көтөүлектәр — 24,9; урмандар майҙаны — 21,7, ер өҫтө һыуҙары — 4,9. Район көньяҡ урман‑дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [МУП, АХПК, 18 ЯСЙ, 98 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары, шәкәр сөгөлдөрө үҫтереүгә, һөт‑ит йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә махсуслаша. Сусҡасылыҡ, умартасылыҡ үҫешкән. Район терр‑яһында Кушнаренко емеш‑еләк һәм виноград культуралары селекцияһы үҙәге, инкубатор‑ҡошсолоҡ станцияһы, урман хужалығы бар. Нефть ятҡылыҡтарын “Башнефть” ААЙ‑ның “Башнефть-Добыча” ЯСЙ эшкәртә. Район электр бүлеү селтәрҙәре пр‑тиелары, асфальт-бетон з‑ды, май з‑ды, юл ремонтлау-төҙөү идаралығы һ.б. эшләй. Район терр‑яһы буйлап Мәскәү—Өфө, Кушнаренко—Саҡмағош—Баҡалы, Арыҫлан—Кушнаренко автомобиль юлдары үтә.Үҙәк иҡтисади төбәккә инә.

Районда Педагогия университеты, Көнсығыш иҡтисади‑юридик гуманитар академияһы, Хәҙ. мәғариф технологиялары ин‑ты вәкиллектәре, Кушнаренко педагогия колледжы, Кушнаренко ауыл хужалығы техникумы, Төҙөлөш һәм Башҡ. иҡт.‑юридик техникумдары филиалдары, ПУ, 30 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 14‑е урта мәктәп, ш. иҫ. Кушнаренко урта мәктәбе №1, гимназия, 24 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, балалар муз. мәктәбе, Пионерҙар йорто, ДЮСШ; үҙәк район дауаханаһы һәм шәфҡәт туташы хеҙмәте дауаханаһы, 3 амбулатория, 38 фельдшер‑акушерлыҡ пункты, оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн йорт‑интернат; 37 клуб учреждениеһы, 27 китапхана, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы, мәҙәниәт‑спорт комплексы бар. 8 халыҡ һәм 4 өлгөлө үҙешмәкәр сәнғәт коллективы эшләй. “Авангард” гәз. сыға.

И.В.Голубченко, Г.Н.Кәбирова

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Карта: Кушнаренко районы

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018