КОМСОМОЛЬСК, Учалы р‑нындағы ауыл, Туңғатар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 45 км һәм Ҡорама т. юл ст. К.‑Көнб. табан 6 км алыҫлыҡта Уй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 88 кеше; 1989 — 754; 2002 — 561; 2010 — 433 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 20 б. 50‑се йй. Поляковка с‑зы ойошторолғандан һуң Поляковка МТС‑ы базаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1957 й. алып с‑здың Үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы булараҡ теркәлгән. 50‑се йй. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.