КОМСОМОЛЬСК, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Сиҙәм а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 48 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 73 км алыҫлыҡта Кесе Уртаҙым й. (Урал й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 219 кеше; 1989 — 295; 2002 — 336; 2010 — 302 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1954—56 йй. сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергән ваҡытта нигеҙ һалына.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018