КОМСОМОЛ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Йылайыр а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 56 км һәм Сибай т. юл ст. К. табан 73 км алыҫлыҡта Сосновка й. (Яйыҡ й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 107 кеше; 1959 — 331; 1989 — 269; 2002 — 273; 2010 — 222 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 1929 й. Йылайыр с‑зы ойошторолғандан һуң элекке Губарков утары урынында Комсомол бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 2005 й. хәҙ. статусын ала, 2008 й. хәҙ. исемен йөрөтә.

Ә.З.Сәйғәфәров
Т
әрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018