КУШНАРЕНКО МӘҘӘНИӘТЕ, һуңғы тимер быуат археологик мәҙәниәте. Тикшеренеүселәрҙең күпселеге, К.м. археологик ҡомартҡылары — 6 б. аҙ. – 8 б. уртаһына, ҡайһы берҙәре 6—12 бб. ҡарай, тип иҫәпләй. Кушнаренко ҡәберлеге исеме б‑са аталған. Башҡортостанда К.м. ҡомартҡылары (40‑ҡа яҡын) Ағиҙел й. урта һәм түбәнге ағымы басс. тупланған (Бөрө ҡаласығы, Иҫке Ҡалмаш ҡаласығы, Мәнәк археологик комплексы, Өфө ҡаласыҡтары, Һынташтамаҡ ҡурғандары һ.б.). Торамалар ҡалҡыу урындарҙа урынлашҡан һәм ваҡытлыса йәшәү урыны булған. Керамика горизонталь һыҙыҡтар, ике ҡатлы кәкерсәктәр, ҡыя селтәр, тешле штамп эҙе м‑н биҙәлгән әүәләп эшләнгән йоҡа, яҫы төплө көршәк рәүешендәге һауыттарҙан ғибәрәт. Ерләү ҡомартҡыларының күбеһе — ҡурғанлы ҡәберлектәр. Ҡурған өйөмдәрендә аттарҙың баш һөйәктәре, аяҡтары һәм тиреләре күмелгән ҡәберҙәр осрай. Мәйеттәр һай оҙонса түңәрәк йәки тура мөйөшлө соҡорҙарҙа салҡан һалып, башы м‑н төньяҡҡа йәки төньяҡ‑көнсығышҡа ҡаратып ерләнгән. Баш осонда ҡорбан аҙығы (ат һөйәктәре) һалынған балсыҡ һауыттар табылған. Ҡәберҙә ҡорал (тимер уҡ башаҡтары һәм ҡылыстар, һөйәк уҡ өҫтәмәләре), ат егеү кәрәк-ярағы (тимер өҙәңгеләр, ауыҙлыҡ), бронза һәм көмөш тәңкәләр, геральдика тибындағы таралғылар м‑н биҙәлгән бил ҡайыштары, биҙәүестәр (бронза беләҙектәр, муйын ҡулсаһы, һырғалар, ат һыны рәүешендәге сулпылар, таш һәм быяла муйынсаҡтар) табылған.

Ҡайһы бер тикшеренеүселәрҙең фекеренсә, К.м. – Урта Азияның көньяғында һәм көньяҡ‑көнсығыш далаларында һәм Ҡаҙағстанда, икенселәренең фекеренсә, Көнбайыш Себерҙең урман-дала райондарында барлыҡҡа килгән. К.м. вәкилдәре тип В.А.Иванов, Е.П.Казаков, Е.А.Халиҡова һ.б. – фин-уғыр ҡәбиләләрен, В.Ф.Генинг, С.М.Васюткин – самодий ҡәбиләләрен, Н.А.Мәжитов, Ә.Н.Солтанова төрки ҡәбиләләрен (башҡ. ҡәбиләләре, тип фараз ителә) иҫәпләй. Халҡы Бахмут мәҙәниәте һәм Турбаҫлы мәҙәниәте ҡәбиләләре м‑н бәйләнеш тотҡан. Кушнаренко ҡәбиләләре Ҡараяҡуп мәҙәниәте халҡының формалашыу компоненттарының береһе булған. Малсылыҡ һәм игенселек төп хужалыҡ тармаҡтары һаналған. К.м. өйрәнеүселәр: Васюткин, Генинг, Р.Д.Голдина, Иванов, Казаков, Г.И.Матвеева, Мәжитов һ.б.

Әҙәб.: Матвеева Г.И. Памятник I тысячелетия новой эры левобережья р.Белая //Археология и этнография Башкирии. Т.3. Уфа, 1968.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке