КОМСОМОЛ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Ҡараяр а/с ҡарай. Район үҙә генән К.‑Көнс. 30 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 180 км алыҫлыҡта Оло Бәрҙәш й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 297 кеше; 1959 — 682; 1989 — 626; 2002 — 549; 2010 — 491 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Ҡараяр урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 1930 й. һуң Байҡы районында ағас әҙерләү эштәре ойошторолоуға бәйле нигеҙ һалына, 1939 й. Ҡариҙел урман сәнәғәте хужалығының Комсомол участкаһы ҡасабаһы булараҡ теркәлгән. 70‑се йй. башынан хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018