КОМСОМОЛ, Мартенец  имениеһы, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Рассвет а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т.‑Көнб. та- бан 7 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 67 кеше; 1959 — 386; 1989 — 246; 2002 — 256; 2010 — 259 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 20 б. 20‑се йй. Бәләбәй кантонында элекке Мартенец утары урынында Возрождение ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1939 й. Дорошевка ҡасабаһы, 1953 й. Дәүләкән с‑зының Комсомол бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ теркәлгән. 60‑сы йй. хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала. К. паркта ултыртылған күк, йәки сәнскәкле, шыршылар — тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке