КӘРИМОВ Илгиз Мостафа улы (10.1.1942, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Келәш а.), тәржемәсе. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1982). М.Кәримдең улы. МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1967) Мәскәүҙә: 1977 й. тиклем (өҙөклөк м‑н) “Литературная Россия” (“Әҙәби Рәсәй”, 1974 й. алып бүлек мөдире) гәз., 1972 й. башлап СССР МС‑ының ТВ һәм радиотапшырыуҙар б‑са дәүләт ком‑ты хеҙм‑ре, 1973 й. “Молодой коммунист” (“Йәш коммунист”) ж. бүлек мөдире, 1997— 2005 йй. “Оракул” ж. хеҙм‑ре. М. Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” (1977), “Ауыл адвокаттары” (1989), “Ғүмер миҙгелдәре” (2004) һ.б. әҫәрҙәрен; Ә.Хәкимдең “Думбыра сыңы” (1988) романын, Т.Таһировтың “Буранлы көндәр” (1987) китабына ингән повестарын һәм хикәйәләрен, ш. уҡ балҡар, татар, сыуаш һ.б. халыҡ яҙыусыларының әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә иткән.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке