АЛЛОХТОН (алло... һәм гр. chthón — ер), шарьяж, тектоник япма, наволок, напп, тәүге ятыш урынынан горизонталь йүнәлештә күскән таутоҡомдары пластинаһы. Күсеү йыраҡлығы тиҫтәнән алып йөҙәрләгән км тиклем тирбәлә. Геол. төҙөлөшөнөң ҡатмарлылығы м‑н айырылып тора.

Уралда А. барлығы т‑дағы фараздар 20 б. 20‑се йй. 2‑се ярт. — 30‑сы йй. башында әйтелә. Уларҙың булыуын М.А.Камалетдинов, Ю.В.Казанцев һәм Т.Т.Казанцева дәлилләй (ҡара: Шарьяж теорияһы). Өфө амфитеатрында А. асыҡлана, унда урта карбон флиш ултырмаларында аҫҡы һәм урта палеозой тоҡомдары, ш. уҡ ордовиктың — кварцлы ҡомташ, силурҙың — кремнезёмлы һәүерташ, девондың һәм аҫҡы карбондың эзбизташ клиптары ята.

Рифей һәм палеозой ултырмаларынан торған Башҡорт мегантиклинорийында бер-береһе өҫтөнә ҡапланған Нөгөш, Алатау, Елмәрҙәк, Ямантау һәм Йөрәккүл А. теркәлгән; мегантиклинорийҙың төньяҡ-көнбайыш ҡанатында Өфө яйлаһының аҫҡы пермь ултырмаларына өҫкө рифейҙың елмәрҙәк свитаһы кварциттары ятҡан Ҡаратау А. асыҡланған. Йылайыр синклинорийының төньяҡ өлөшөндә — Мораҙым һәм Ҡыраҡа, көньяҡ өлөшөндә Һаҡмар һ.б. А. айырыла. Мораҙым А. урта карбон ултырмаларында ятҡан аҫҡы девон эзбизташтарынан тора. Гипербазит, аҫҡы һәм урта палеозой тоҡомдарынан торған Ҡыраҡа һәм Һаҡмар А. өҫкө девон фамен ярусының йылайыр свитаһы ултырмаларына яҡынлашҡан; синклинорийҙың көнбайыш ҡанатында Һүрәм, Сөйөш һ.б. А. асыҡланған.

Уралтау зонаһына яҡынлашҡан киң А. булып торған Магнитогорск мегасинклинорийында Бриент, Браил, Обручев, Ҡараған, Ирәндек һәм Түбә—Аҡъяр А. билдәләнгән. Урал алды бөгөлөндә байтаҡ оҙонлоҡ һәм горизонталь күсеренешле бәләкәй амплитуда хас булған Табын—Баҡраҡ, Кинйәбулат—Ромадановка, Воскресенск—Подгорный, Һарытау—Исем һ.б. А. теркәлгән. Көнсығыш Европа платформаһы чехолы ултырмаларында һәм фундаментында бер-береһен ҡаплаған А. күҙәтелә. Күп кенә тикшеренеүселәр фекере б‑са, Урал көнсығыштан Көнсығыш Европа платформаһының сигенә яҡынлашҡан гигант А. булып тора.

Әҙәб.: Камалетдинов М.А., Казанцева Т.Т. Аллохтонные офиолиты Урала. М., 1983; Структурная геология Магнитогорского синклинория Южного Урала. М., 1992.

К.Ҡ.Тимерғәзин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке