КОМСОМОЛ, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Ғафури а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. К.‑Көнс. табан 9 км алыҫлыҡта Сәрмәсән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 81 кеше, 1959 — 198; 1989 — 338; 2002 — 348; 2010 — 316 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 1932 й. Бүздәк с‑зы ойошторолғандан һуң с‑здың Комсомол бүлексәһе фермаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 50‑се йй. алып Бүздәк с‑зының Комсомол бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ теркәлә. 2005 й. хәҙ. статусын ала, 2007 й. хәҙ. исемен йөрөтә. М.Т.Никифоров ошо ауылда тыуған.

М.Й.Фәхретдинова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018