КӘРИМОВ Зәки Вәли улы (15.1.1925, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ҡаракөсөк а., хәҙ. БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Үрнәк а., — 18.5.2011, Өфө), педагог. Тарих ф. канд. (1976), проф. (1991). БАССР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы (1956), БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1993). Журналистар союзы ағзаһы (2009). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1954), Ленинград юғары партия мәктәбен (1967) тамамлаған. 1940 й. алып Саҡмағош р‑нында: Үрнәк урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1950 й. — дир., 1955 й. — район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире, 1957 й. — КПСС‑тың район ком‑ты секретары, 1958 й. — район советы рәйесе. 1946—50 йй. Белоруссия комсомолының район ком‑ты секретары. 1961 й. башлап КПСС Баҡалы район ком‑тының 1‑се секретары, 1963 й. — Өфө колхоз‑совхоз идаралығының партия ком‑ты секретары, 1967 й. — КПСС Өлкә ком‑тының Сәйәси ағартыу йорто мөдире. 1981—2003 йй. БДПУ‑ла уҡыта. 250‑нән ашыу хеҙмәт авторы. Ҡыҙыл Йондоҙ (1944), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: На путях перестройки сельской школы. Уфа, 1961.

К.Ш.Әхиәров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке