КУШНАРЕНКО ЕМЕШ-ЕЛӘК КУЛЬТУРАЛАРЫ ҺӘМ ВИНОГРАД СЕЛЕКЦИЯҺЫ ҮҘӘГЕ, дәүләт ғилми учреждениеһы. Башҡортостан өсөн емешселек һәм селекция өлкәһендә БНИИСХ‑ның эксперимент үткәреү базаһы. Емеш культуралары сорттарын һәм гибридтарын булдырыуға, емешселек продукцияһы етештереүҙең фәнни яҡтан нигеҙләнгән технологияларын эшләүгә һәм индереүгә махсуслаша. 1926 й. Топорнин тәж.‑помология пункты булараҡ ойошторола, 1936 й. алып Башҡ‑н емеш‑еләк тәж. ст., 1956 й. — Кушнаренко тәж. баҡсаһы, 2002 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Кушнаренко р‑ны Кушнаренко а. урынлашҡан. 2011 й. 60 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны — 1112 га, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 1039 га. Уңдырышлылыҡ (ц/га): иген культуралары — 35; Юбилейный — 140, Памяти Стреляевой винограды — 155; Башкирская летняя — 120, Башкирская осенняя грушаһы — 140; Фестивальная — 60, Зенга Зенгана еләге — 45; Награда ҡурай еләге — 40; Бобровая — 130, Валовая ҡара ҡарағаты — 170; Башкирский изумруд — 530, Башкирский красавец алмағасы — 250. 4 мең дана емеш культураһы, 55 мең дана еләк ҡыуағы үҫентеләре үҫтерелгән. Селекция үҙәгендә емеш һәм еләк культураларының 100‑ҙән ашыу сорты булдырыла, ш. иҫ. 17 сорт БР б‑са ҡулланылышҡа индерелә, интродукцияланған емеш культураларын (айыу баланы, әлморон, япон айваһы һ.б.) һәм Северянка грушаһы, Сеянец голубки ҡарағаты һ.б. сорттарҙы а.х. производствоһына индереү өсөн тәҡдимдәр эшләнә. Селекция үҙәге м‑н Р.И.Болотина, Т.Ғ.Дёмина, Г.Ә.Мансуров, Л.Н.Стреляева, Р.Ә.Шафиҡов (1983 й. алып етәксе), М.Ғ.Әбдиева һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке