КУШНАРЕНКО АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ТЕХНИКУМЫ, 1931 й. Топорнин баҡсасылыҡ техникумы (ҡара: Йоматау аграр техникумы) булараҡ асыла, 1938 й. алып Кушнаренко баҡсасылыҡ техникумы, 1952 й. башлап К.а.х.т., 2013 й. – Кушнаренко ауыл хужалығы колледжы. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: агро номия, ветеринария, ер төҙөлөшө, иҡт. һәм бухгалтерия иҫәбе. 4 компьютер класы, китапханаһы, музейы, спорт комплексы, стадионы, уҡыу‑ветеринария клиникаһы, коллекция участкаһы, теплицаһы, автопаркы бар. 15 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2012), улар араһында Т.Арыҫлан, М.А.Соколов, В.И.Утин. К.а.х.т. бинаһына Соколовҡа һәм Утинға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2001). Техникумдың иҫке бинаһында (1822 й. төҙөлгән; элекке Топорниндар имениеһы) 1941—43 йй. Коминтерндың (ҡара: Коммунистик Интернационал башҡарма комитеты) махсус мәктәбе урынлаша.

Р.Г.Әйүпов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке