КӘРИМОВ Әхим Кәрим улы [5.12.1917, Өфө губ. Минзәлә өйәҙе Аҡтаныш а. (ТР‑ҙың Аҡтаныш р‑ны) — 28.8.2015, Өфө], геохимик. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1969), проф. (1973). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Үзбәк ун‑тын тамамлағандан һуң (Ташкент, 1939) Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑нда эшләй: 1947 й. алып өлкән инженер, 1955 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р; 1951—54 йй. Бөтә Союз геол.‑разведка ҒТИ‑нда (Ленинград), 1959 й. башлап Нефть һәм газ ятҡылыҡтары геологияһы һәм эшкәртеү ин‑тының (Ташкент) бүлек мөдире. 1975 й. алып ӨНИ‑лә уҡыта, 1978 й. — Салауат киске ф‑тының химия каф. мөдире; 1980—88 йй. БДПУ‑ла эшләй. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть һәм тәбиғи газдар геологияһы м‑н бәйле. К. тарафынан Башҡортостандың, Үзбәкстандың һ.б. нефть һәм газ перспективалары, нефть составы үҙенсәлектәре, нефттә көкөрт барлығын билдәләү методикаһы асыҡлана. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1985).

Хеҙм.: Нефти Башкирии. Уфа, 1960 (авторҙ.); Задачи и упражнения по органической химии. Уфа, 1988.

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке