КӘРИМОВ Вил Сәғит улы (21.3.1935, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Кәрим‑Төпәй а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Кәрим а., — 31.10.2017, Өфө), режиссёр. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1985). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1974). Р.С.Кәримованың ағаһы. ГИТИС‑ты (1959; О.И.Пыжова һәм Б.В.Бибиков курсы), КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен (Мәскәү, 1969) тамамлаған. 1959 й. алып БАДТ актёры. 1962—83 йй. (өҙөклөк м‑н) БАССР‑ҙың ТВ һәм радиотапшырыуҙар б‑са дәүләт ком‑тында: 1964 й. тиклем реж., 1976 й. башлап баш режиссёр. 1964—67 йй. КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты инструкторы. 1969—76 йй. БР мәҙәниәт министры.  1983 й. алып Башҡорт филармонияһының художество етәксеһе, 1988 й. — Башҡ‑н профсоюздарының өлкә советы инструкторы, 1990 й. — БР Мәҙәниәт министрлығының бүлек нач., 1992 й. башлап “Башҡортостан” к/ст дир., 1993—2000 йй. режиссёры. “Сәскә ат, Башҡортостан!” документаль фильмы (1969; сценарисы Ғ.Ш.Имаев) реж., “Һауынсы портреты” (1977), “Йомарт ер” (1979), “Тамырҙар” (1992) һ.б. фильмдар; 20‑нән ашыу тематик концерт тамашаһы, ш. иҫ. Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә Башҡортостан сәнғәте оҫталары концерты (Мәскәү, 1985) сценарийҙары авторы һәм режиссёры. БАССР ЮС‑ының 8—9‑сы саҡырылыш депутаты.

С.Ә.Әлибаев

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

Текст на русском языке