КУЧУРИН Евгений Сергеевич (30.8.1946, Пенза өлк. Вазерки а. — 10.5.2004, Октябрьский ҡ.), тау инженеры‑геофизик. Техник ф. д‑ры (1994). Свердловск тау ин‑тын тамамлағандан һуң (1969) Чита геол. идаралығында, 1983 й. алып Бөтә Союз геол. разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми‑тикшеренеү һәм проект‑конструкторлыҡ ин‑тында (Октябрьский ҡ.) эшләй: өлкән ғилми хеҙм‑р, лаб. мөдире, 1987 й. башлап дир. урынбаҫары, 1988 й. — дир., 1990 й. – лаб. мөдире, 1996—2004 йй. бүлек мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге разведка геофизикаһына арналған. К. тарафынан мәғдән, күмер, нефть ятҡылыҡтарында нейтрон гамма- каротаж, коллектор үҙенсәлектәрен баһалау, ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу ысулдары һәм технологиялары уйлап табыла. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 82 уйлап табыу авторы. Байкал аръяғының Ленин комсомолы пр. лауреаты (1980).

Хеҙм.: Методические рекомендации по применению широкодиапазонного спектрометрического нейтронного гамма‑каротажа для определения содержания железа в рудах сложного минералогического состава. Октябрьский, 1993.

К.В.Антонов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке