“КОМПЬЮТЕР ЭЛЕМТӘҺЕ” ғилми-производство лабораторияһы, ЯСЙ. Радиоэлектрон аппаратура проектлау, эшләү һәм монтажлау м‑н шөғөлләнә. Өфөлә урынлашҡан. 1992 й. ойошторола. Составында монтажлау-йыйыу һәм баҫыу платаһы производстволары бар. Пр‑тиела телеграф элемтәһе комплекстары, нефть һәм газ сәнәғәте өсөн мәғлүмәт йыйыу һәм эшкәртеү аппаратураһы эшләнә һәм ғәмәлгә индерелә. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ-тың башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә сығарыла.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.