КӨСӨК, Айкөсөк, Учалы р‑нындағы ауыл, Илсеғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 92 км һәм Устиново т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 11 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 244 кеше; 1920 — 351; 1939 — 379; 1959 — 323; 1989 — 114; 2002 — 100; 2010 — 72 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 19 б. 30‑сы йй. Троицк өйәҙе Ҡара‑ һәм Барын‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Айҙарәле һәм Айҙарбәк Көсөковтар билдәле. 1866 й. 30 йортта 177 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәсет теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке