КӘРИМОВ Аяз Рәфәғәт улы (2.12.1980, Өфө), спортсы. Пара‑ски б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2005). ӨДСИ‑не тамамлаған (2003). Тау саңғыһы спорты б‑са СДЮСШОР (тренерҙары С.В.Соловых, Г.С.Чистяков, А.Н.Шихалев) һәм Рәсәй ДОСААФ‑ының авиация спорт клубы (тренеры А.К.Сырчин) тәрбиәләнеүсеһе. 2004 й. алып Ю.А.Гагарин ис. “Һауа легионы” Хәрби- патриотик парашют клубы өсөн сығыш яһай (Өфө; тренеры Г.И.Манаев). Рәсәй чемп. (2000, 2003, 2006, 2014), шәхси зачётта донъя чемпионаттарының көмөш призёры (2005, 2015); команда зачётында донъя (2009, 2014), Рәсәй (2001, 2003, 2005, 2007, 2014) чемп., донъя чемпионаттарының көмөш (2015) һәм бронза (2005) призёры, Донъя кубогының һәм Европа чемпионатының (икеһе лә — 2008) көмөш призёры. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2000 й. алып).

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

Текст на русском языке