КОМПРЕССОР, һауаны һәм газдарҙы ҡыҫыу машинаһы, һауа өрҙөргөс машинаның бер төрө. Эшләү принцибы һәм төҙөлөшө б‑са күләмле (ҡыҫыу процесы сикләнгән күләмде кәметеү ваҡытында барлыҡҡа килгән поршенлы, винтлы, ротацион) һәм көрәкле К. (ҡыҫыу әйләнеп торған көрәксәләр ярҙамында башҡарылған үҙәктән ҡыуыу, диагональ, күсәр) һ.б. айыралар. Стационар (ауыр фундаментҡа ултыртылған), күсмә (файҙаланыу ваҡытында күсереп йөрөтөргә мөмкин) һәм автономиялы (агрегат составына ингән ярҙамсы системалар м‑н бергә) К. була. Машиналар эшләүҙә, нефтехимия сәнәғәтендә, төҙөлөштә, транспортта һ.б. ҡулланыла. Башҡортостанда составына К. ингән авиация двигателдәрен булдырыу б‑са эштәр 20 б. 50‑се йй. башлап “Мотор” ҒПП‑нда алып барыла. К. ярҙамсы энергия ҡулайламалары (“Гидравлика”), газ ҡыуыу агрегаттары (Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе) составына инә. 60‑сы йй. алып “Ҡыҙыл пролетарий” пр‑тиеһында күсермәле КСБУ 1‑5А компрессор станцияһы составында файҙаланылған К‑5А, 4ВУ1—5/9 һ.б. моделдәре сығарылған. Шулай уҡ ҡара: Газогенератор, Газ турбиналы двигатель, Ҡыҫылған һауа генераторы.

Әҙәб.: Насосы и компрессоры. М., 1974; Глазырина В.М., Колпаков Л.Г. Гидромашины и компрессоры. Компрессоры в бурении, добыче и транспорте нефтяных газов. Уфа, 1999. 

Х.С.Ғүмәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке