КУЧКИН Андрей Павлович (25.11.1888, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Белорет а., хәҙ. Белорет ҡ., — 30.3.1973, Мәскәү), тарихсы, революция хәрәкәте эшмәкәре. Тарих ф. д‑ры һәм проф. (1951). 1912 й. алып РСДРП ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл профессура тарих- партия ин‑тын (Мәскәү, 1934) тамамлаған. 1918 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. Революциянан (1905—07) һуң Верхнеурал өйәҙе Белорет а. (1905—10), Өфө (1911—16) һәм Вятка (1915—16) ҡҡ. йәшерен эш алып бара. 1912—13 йй. революцион эшмәкәрлеге өсөн ҡулға алына. Февраль революцияһынан һуң 1917 й. июленә тиклем Вятка эшсе һәм һалдат депутаттары советының башҡарма ком‑ты ағзаһы, РСДРП(б)‑ның Вятка ком‑ты рәйесе, авг. башлап — РСДРП(б)-ның Өфө ком‑ты, Өфө эшсе һәм һалдат депутаттары советы, нояб. — Ҡазан хәрби округының Һалдат депутаттары советы башҡарма ком‑ты, РСДРП(б)‑ның Ҡазан губерна ком‑ты, 1918 й. апр. РКП(б)‑ның Өфө губерна ком‑ты, Ҡораллы халыҡ хәрби ойошмалары штабы ағзаһы. 1918 й. июне — 1919 й. ғин. Икенсе армияның сәйәси бүлеге мөдире, ғин. алып РКП(б)‑ның Өфө губерна ком‑ты ағзаһы, марттың 1‑се ярт. — секретары. 1919 й. апр. башлап Ҡыҙыл Армия (27‑се уҡсылар див. хәрби комиссары) һәм РСФСР Эске эштәр ХК‑ның Дәүләт сәйәси идаралығы органдарында (Себерҙә) партия эшендә. 1920—24 йй. Себерҙә һәм Кавказ аръяғында хәрби-уҡыу йорттары идаралығы хәрби комиссары, 1928—29 йй. ВКП(б) ҮК инструкторы. 1929 й. алып Мәскәүҙә фәнни һәм пед. эштә. 1929 й. башлап Маркс—Энгельс—Ленин ин‑тында, 1940 й. — СССР тарихы ин‑тында эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре Советтар Союзы Коммунистар партияһы тарихына, Көньяҡ Уралда РСДРП‑ның урындағы ойошмалары эшмәкәрлегенә арналған. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. махсус урта һәм юғары уҡыу йорттары өсөн КПСС тарихы б‑са дәреслектәр, авторы. 2 Ленин орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Александр Чеверёв: биогр. очерк. Уфа, 1957; В боях и походах от Волги до Енисея. Записки военного комиссара. М., 1960.

Е.П.Асабин, Г.В.Мордвинцев

Тәрж. В.Х.Миһранова

Текст на русском языке